0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Октябрь 2020, 13:30

Баҡса йортонда янғын сыҡҡан

Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ!

23 октябрҙә төндә Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының кризислы хәлдәрҙә идара итеү үҙәгенә Өфө районы Лебяжий ҡасабаһының «Вита» коммерцияға ҡарамаған баҡса ширҡәтендәге йортта янғын сығыуы тураһында хәбәр килгән.
Тәүге янғын-ҡотҡарыу подразделениеһы килеүгә бәләкәй генә бүрәнә өйҙөң яныуы күҙәтелгән.
«Утты һүндергән ваҡытта 30 йәшлек ирҙең, 26 йәшлек ҡатындың һәм 5 йәшлек баланың кәүҙәләре табылған», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Янғын урынына Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы етәксеһе Марат Латипов юлланған.
Янғынды һүндереү өсөн 39 кеше һәм 18 берәмек техника, шул иҫәптән Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан 24 кеше һәм 10 махсус машина йәлеп ителгән.
Янғын сәбәбе асыҡлана.
Билдәле булыуынса, янғында йәш ғаиләнең: ата-әсәнең һәм ҡыҙҙарының ғүмере өҙөлгән.
«Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ! Ут менән һаҡ булығыҙ. Электр приборҙарын файҙаланыу, газ һәм мейес менән йылытыу ҡағиҙәләрен үтәгеҙ, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ! Ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡыртыуҙың берҙәм номерын иҫегеҙгә төшөрәбеҙ — 112», — тип мөрәжәғәт иттеләр халыҡҡа Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: