+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Октябрь 2020, 12:45

Халыҡҡа уңайлы булһын өсөн

Мораҙым йылғаһы аша яңы сығыу урыны төҙөлдө

Һүҙ Ҡыҙыл гвардиясылар урамы яғынан Мораҙым йылғаһына төшә һәм Кама урамына сыға торған күҙгә ташланып бармаған тыҡрыҡ тураһында бара. Юлдың был өлөшө әйләнә-тирәлә йәшәүселәргә күп йылдар дауамында уңайһыҙлыҡтар тыуҙырҙы. Миҙгелдәр алышынған мәлдә ул – үтеп сыҡҡыһыҙ батҡаҡҡа, ә ҡышын боҙло тауға әйләнә ине. Был тауға күтәрелеү, унан төшөү белем усағына йәки ҡала үҙәгенә барыусы яҡын-тирәләге урамдар халҡы һәм 1-се мәктәп уҡыусылары өсөн ысын һынау була торғайны. Урындағы халыҡ район хакимиәтенә мөрәжәғәт иткәндән һуң, күп йыллыҡ проблема уңышлы хәл ителде.
«Горкомсервис» муниципаль предприятиеһы көсө менән бында күп эш башҡарылған: бетон урҙалар, ә улар өҫтөнән киң бетон баҫҡыстар һалынған, шулай уҡ ике ҡырҙағы тимер таянғыстар иретеп йәбештерелгән һәм буялған. Мораҙым йылғаһы яҡлап саған ағастары ҡырҡылған, ә Ҡыҙыл гвардиясылар урамы яғынан килгән тыҡрыҡҡа асфальт вағы түшәлгән. Ауыр техниканы йәлеп итеү мөмкин булмағанлыҡтан, бөтә эштәрҙең дә ҡулдан башҡарылыуын билдәләп үтергә кәрәк. Ҡатмарлыҡтар булыуына ҡарамаҫтан, «Горкомсервис» коллективы алдарына ҡуйылған бурысты уңышлы башҡарып сыҡҡан.
Хәҙер был урын юлдың ошо өлөшөн төҙөкләндереүҙе көтөп алыуҙарына шатланған йәйәүлеләр йөрөү өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ.
Сергей Чиков.
Автор фотоһы.
Читайте нас: