+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Октябрь 2020, 18:15

Яҙыуҙарҙағы хаталарҙы төҙәтергә кәрәк

Алтаҡталарҙағы яҙыуҙарҙың дөрөҫлөгө тикшерелә.

Район предприятиеларында һәм учреждениеларында, сауҙа нөктәләрендә һәм хеҙмәтләндереү тармағы объекттарында алтаҡталарҙағы яҙыуҙарҙың дөрөҫлөгө тикшерелә.
«Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законын тормошҡа ашырыу буйынса район комиссияһы сираттағы ултырышын үткәрҙе. Ултырыш һөҙөмтәләре буйынса предприятиелар, учреждениелар һәм ойошмалар етәкселәренә, шәхси эшҡыуарҙарға яҡын арала предприятиеның исеме, эш режимы күрһәтелгән алтаҡталарҙағы яҙыуҙарҙың дөрөҫлөгөн тикшерергә ҡушылды.
Шуны ла күҙ уңында тоторға кәрәк: был яҙыуҙар рус һәм башҡорт телдәрендә яҙылырға тейеш. Башҡорт телендәге һүҙҙәрҙә хаталар асыҡланған осраҡта, уларҙы кисекмәҫтән төҙәтеү талап ителә.
Эшсе төркөм тарафынан хәҙерге ваҡытта был яҙыуҙарҙа хаталар күп табылған.
Читайте нас: