0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Октябрь 2020, 15:30

Йәмәғәт транспортында битлекһеҙ йөрөүселәргә штраф

Штрафтан бигерәк һаулыҡ өсөн зыяны күберәк

Ҡиммәтле туҡталыш. Уның күләме мең һумдан өс мең һумға тиклем етеүе ихтимал. Шулай ҙа хоҡуҡ һағындағылар пассажирҙарға тәүге тапҡыр административ протокол төҙөгәндә иҫкәрмә генә яһай.
Битлек битте ҡапламаһа, уның кеҫәлә, ҡул аҫтында булыуы ҡотҡармаясаҡ. Һаҡлау сараһыҙ автобусҡа ултырыусылар өсөн көтөлмәгән туҡталыш. Полиция хеҙмәткәрҙәре ҡағиҙә боҙоусыларҙы фотоға төшөргәндән һуң, йәмәғәт транспортынан сығыуҙарын талап итә. Битлекһеҙ пассажирҙар өсөн водителдәр ҙә административ яуаплылыҡҡа тарттырыла.
Рейд барышында битлекһеҙ пассажирҙар полиция хеҙмәткәрҙәре менән дә һүҙгә килеште. Тикшереү һөҙөмтәләре ҡыуандырмай. Ярты сәғәт эсендә генә ун кешегә административ протокол төҙөлдө. Өфө юлдарында ойошторолған мониторингта Роспотребнадзор, Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министрлығы хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнаша.
Рейд сиктәрендә төҙөлгән административ протоколдар артабан судта ҡараласаҡ. Белгестәр битлек режимын иңҡар итеүселәр араһында башлыса йәштәр булыуын билдәләй. Өлкән быуын вәкилдәре сәләмәтлеген ҡайғыртып, ҡәтғи хәүефһеҙлек талаптарын аңлап ҡабул итә.
Автобусҡа битлекһеҙ ултырыу ҡиммәткә төшөүе ихтимал. Штрафтан бигерәк һаулыҡ өсөн зыяны күберәк. Коронавирус сигенергә уйламай. Сирлеләр һаны арта, шуға йәмәғәт урындарында санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәү мотлаҡ.
Гөлназ Хәйбуллина.
Читайте нас: