-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Октябрь 2020, 13:00

Икеһе лә шул урында йән бирә

Көндәрҙең ҡарлы-боҙло тороуы юлдарҙа ҙур хәүеф тыуҙыра.

Республиканың дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Бәләбәй районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән: алтынсы моделле "ВАЗ" автомашинаһы менән "Peugeot Boxer" микроавтобусы бәрелешә.
Һөҙөмтәлә тәүгеһенең водителе шунда уҡ йән бирә, уның 18, 22, 30 йәшлек пассажирҙары төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла.
Йәнә бер аяныслы хәл Яңауыл - Үрге Тәтешле автомобиль юлының 44-се километрында теркәлгән. "ВАЗ-21102" автомобиленең 38 йәшлек водителе 59 йәшлек велосипедсыны төкөтә. Зыян күреүсе алған тән йәрәхәттәренән "Ашығыс ярҙам" килеп еткәнсе вафат була. Ике осраҡ буйынса ла тикшереү эштәре бара.
Көндәрҙең ҡарлы-боҙло тороуы юлдарҙа ҙур хәүеф тыуҙыра. Юл хеҙмәткәрҙәре автомобиль тәгәрмәстәрен ҡышҡыға алмаштырырға, тиҙлек режимын арттырмаҫҡа кәңәш итә.
Фото: ЮХХДИ
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: