0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Октябрь 2020, 14:15

Онкологтарға килеүселәр кәмеһен!

Яҡташыбыҙҙың бар теләге шул

Яҡташыбыҙҙың бар теләге шул
Ләйсән Хәмиҙуллина Дүртөйлө ауылында тыуған. Бәләкәйҙән үк кешеләрҙе дауаларға хыялланған ҡыҙ мәктәпте тамамлағас Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инә. Тырышып уҡый, медицина хеҙмәткәрҙәренә ниндәй яуаплылыҡ йөкмәтелеүен яҡшы аңлай.
Бөгөн Ләйсән Фәрүәз ҡыҙы республика онкология дауаханаһында эшләй. Мөләйем йәш табип һәр ауырыуҙың хәленә инә, тейешле йыуатыу һүҙҙәрен таба, дәртләндерә белә. Түҙемлек, сыҙамлыҡ талап иткән һөнәрҙе һайлауына һис тә үкенмәй. Яҡташыбыҙға еңел булмаған эшендә уңыштар, сирлеләр һанының кәмеүен, һәр пациентының йөҙөндә йылмайыу балҡыуын теләйбеҙ.
Фото "Йәшлек" гәзите сайтынан
Читайте нас: