+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Октябрь 2020, 11:40

-“Балҡантау” тураһында ишетеп кенә белмәйбеҙ,

Беҙ уны ҡулыбыҙға алып уҡыйбыҙ

Беҙ уны ҡулыбыҙға алып уҡыйбыҙ
Мин уҡый башлаһам, кескәй һеңлем Арина ла эргәмә килеп ултыра һала. Нимәләр уҡыуым, гәзиттә ниҙәр хаҡында яҙылыуы тураһында һораша. Көҙгө айҙарҙың бер һанында балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре хаҡында мәҡәлә һәм фотоһүрәт баҫылғайны. Ул үҙенең тиңдәштәрен шул тиклем ҡыҙыҡһынып ҡараны, үҙен дә шулай гәзит битендә күреү теләге тыуҙы. Мин үҙем күберәк иғландарға күҙ һалам, кемдәрҙе ҡотлауҙары менән ҡыҙыҡһынам. Йыш ҡына класташтарымдың, дуҫтарымдың яҡындарын ҡотлауҙар осрай. Дәүләкән әллә ни ҙур ҡала түгел бит, бер-беребеҙҙе белеп торабыҙ, - ти Сабина Мөстәҡимова.
Читайте нас: