+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Октябрь 2020, 16:30

Медицина ойошмаларына – меңдән ашыу ноутбук

Саҡырыуҙарға сыҡҡан табип бригадаларының эшен еңеләйтеү өсөн тәғәйенләнгән

Ағымдағы йылда, "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының "Һаулыҡ һаҡлау берҙәм дәүләт системаһы нигеҙендә тармаҡта берҙәм һанлы контур булдырыу” төбәк проектына ярашлы, республиканың 84 медицина ойошмаһы 1061 ноутбук алған.
Техник ҡорамалдар район үҙәк дауаханаларының Интернетҡа тоташтырылған фельдшер-акушерлыҡ пункттарындағы хеҙмәткәрҙәрҙең һәм саҡырыуҙарға сыҡҡан табип бригадаларының эшен еңеләйтеү өсөн тәғәйенләнгән. Автоматлаштырылған хеҙмәт урындары “Башҡортостан Республикаһының Медицина мәғлүмәти-аналитик системаһы” дәүләт мәғлүмәт системаһына тоташтырыла, был пациенттарҙың электрон медицина карталарын тултырыу, табиптарға дистанцияла яҙылыу, телемедицина консультациялары үткәреү, тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләрен электрон формала ебәреү мөмкинлектәрен бирә.
Проект медицина ойошмаларының "Һаулыҡ һаҡлау берҙәм дәүләт системаһы нигеҙендә тармаҡта берҙәм һанлы контур булдырыу” проекты нигеҙендә хеҙмәттәшлек механизмдарын яйлауға һәм 2024 йылға тиклем һанлы технологияларҙы, платформа ҡарарҙарын индереүгә йүнәлтелгән.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына килгәндә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған ошо башланғысҡа ярашлы, республикабыҙҙың медицина тармағы һуңғы йылдарҙа ҙур үҙгәрештәр кисерә, район һәм ҡалаларҙағы медицина учреждениеларының матди-техник хәле заманға ярашлы яңыртыла.
Фотолар: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: