«Быйыл шәкәр сөгөлдөрөнөң уртаса уңышы бер гектарҙан 402 центнер тәшкил итте, был уҙған йылғы күрһәткестән 10,5 процентҡа юғары, — тип билдәләнеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә. — Республикала бөтәһе 1,157 миллион тонна татлы тамыраҙыҡ ҡаҙып алынған. Шишмә, Благовар һәм Бүздәк райондарында бай уңыш алғандар – һәр береһендә 200 мең тоннана ашыу сөгөлдөр».