+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Октябрь 2020, 18:00

Башҡортостанда COVID-19 ҡорбандары 51-гә етте

Вирустан тағы бер кешенең ғүмере өҙөлдө.

Башҡортостанда COVID-19 йоҡтороусылар көндән-көн күбәйә. Вирустан тағы бер кешенең ғүмере өҙөлдө.
27 октябрҙән 28-енә республикала тағы 86 кеше ауырып киткән. Пандемия башланғандан алып йәмғеһе 10 501 осраҡ асыҡланған.
Әлеге ваҡытта 963 кеше ошо сирҙән дауалана: 195-е – стационарҙа табиптар күҙәтеүендә, 768-е — өйҙә.
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәте буйынса, тағы бер пациент коронавирустан вафат булған. Хәҙер Башҡортостанда коронавирус ҡорбандары — 51 кеше.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: