“Башҡортостан” киностудияһы оҙайлығы 10 минутлыҡ тулы метражлы анимация фильмы төшөрөп сығарырға әҙерләнә. Ул башҡорт халыҡ әкиәттәренә нигеҙләнә һәм батырҙар тураһында бәйән итә. Йәнһүрәт ҡулдан төшөрөлгән һүрәттәр техникаһында (анимацияның классик төрө – авт.) башҡарыла. Был эш республика Хөкүмәте, Мәҙәниәт министрлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Йәнһүрәт өҫтөндә рәссамдар Урал Мәхийәнов, Юлия Чернышкова, композитор Камил Абдуллин, техник ассистент Владислав Зәйнуллиндар эшләй. Проект авторы, мультипликатор Рим Шәрәфетдинов һөйләүенсә, әлеге мәлдә ижади төркөм һүрәттәр төшөрөү, көй яҙыу менән мәшғүл. Һуңғыһына, тәбиғи, милли музыка ҡоралдары – ҡурай, ҡумыҙ йәлеп ителә. Һүрәттәр сканер ярҙамында компьютерға күсерелә, артабан махсус программа ярҙамында биҙәлә, хәрәкәткә килтерелә.
Төшөрөлгән һүрәттәр ярҙамында йәнһүрәт эшләү – бик оҙайлы, ҡатмарлы эш. Бер нисә секундлыҡ кадрҙы ғына монтажлауға ла тотош көн сарыф ителеүе мөмкин.
“Башҡортостан” киностудияһы директоры, проекттың продюсеры Юнир Әминев: “Хөкүмәт ярҙамы менән яҡшы техника алдыҡ. Был эште еңеләйтте. Аниматорҙар йәлеп итергә лә мөмкинлек тыуҙы, – ти. – Рәсәйҙә генә түгел, яҡын-тирә илдәрҙә лә билдәле оҫта Рим Шәрәфетдинов янында яҡшы команда тупланды”.
Йәнһүрәт йыл аҙағында тамашасыға барып етер, тип күҙаллана. Уны киностудияның сайтында, ютуб каналында, һәм, әлбиттә, үҙебеҙҙең телевидение аша ҡарарға мөмкин буласаҡ.
Һүрәт: “Башҡортостан” киностудияһынан.