Волга буйы федераль округында стрит-арт фестивале үтә. Ул урам сәнғәтен үҫтереүгә, йәш рәссамдарҙың ижадына ярҙам итеүгә, заманса ҡала мөхитен һәм төбәктәрҙә яңы мәҙәни кодтар булдырыуға йүнәлтелгән.
Башҡортостандан Мансур Зыяевтың “Сити докторы” тигән график эше ошо стрит-арт фестиваленең финалына сыҡты. Уның эше Нефтекама ҡалаһы К. Маркс урамының 29-сы йортона ҡуйылған. Был турала Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы хәбәр итә.
Граффити донъяла таралған яңы хәүефле вирус менән көрәшкә ҙур өлөш индергән медицина хеҙмәткәрҙәренә бағышланған. Рәссам әйткәнсә, был эш барыбыҙҙың да хәстәрлеккә һәм ҡурсыуға мохтаж икәнебеҙ тураһында иҫкәртә.
Фестиваль еңеүсеһе 30 октябргә тиклем дауам иткән тауыш биреүҙә билдәләнә. Еңеүселәр һәм призлы урын яулағандар аҡсалата ярҙам аласаҡ. Грант уларға ижадтарын үҫтерергә ярҙам итер тип көтөлә.
Яҡташыбыҙ Мансур Зыяев өсөн тауыш биреп, уны еңеүгә яҡынайтырға мөмкин. Бының өсөн 8 (800) 301-50-23 һандарына шылтыратып, “1” һанын йыйыр кәрәк. Шылтыратыу бушлай.
Фото: Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы.