+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Октябрь 2020, 12:10

Ата-әсәләрҙең "больничный"ы артасаҡ

Уртаса эш хаҡы суммаһына тиклем күтәрелергә тейеш.

Рәсәй Президенты Владимир Путин ете йәшкә тиклемге балалары булған ата-әсәләргә "больничный"ҙы арттырып түләргә тәҡдим итте. Ил башлығы фекеренсә, ул уртаса эш хаҡы суммаһына тиклем күтәрелергә тейеш.
Президент хөкүмәткә был һорауҙы хәл итергә һәм түләү өсөн сығымдарҙың сығанағын билдәләргә ҡушты.
Шулай уҡ Владимир Путин пандемия осоронда балалары булған ғаиләләргә һәр яҡлап ярҙам күрһәтелергә тейеш тип белдерҙе.
Был йәһәттән Рәсәйҙә үҙизоляция башынан алып саралар күрелә: апрелдән алып июнгәсә өс йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә айына 5000 һум күләмендәге матди ярҙам күрһәтелде, июнь-июль айҙарында 16 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләр һәр балаға 10 000 һум аҡса алды.
Фото: gazetacrimea.ru
Автор: Айгөл Йәмилева
Читайте нас: