Йәнә үтә ауыр хәбәр еткерәбеҙ. Бөгөн Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса Башҡортостан ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры, биология фәндәре докторы, профессор Әмир Ишемғолов арабыҙҙан китте.
Билдәле булыуынса, ул йәй көнө коронавирус менән сирләгәйне, ә әлеге ваҡытта пневмония менән көрәшкән булған. Уның үлеме тураһындағы мәғлүмәтте хеҙмәттәштәре раҫланы. Уға 60 йәш ине.
Киләһе йылда Башҡортостанда үтәсәк “Апимондия” конгрессын юғары кимәлдә үткәрәбеҙ тигән пландар, үҙәгенең эшмәкәрлеген киңәйтәм, башҡорт балын бөтә донъяға танытам тип янып йөрөгән кешенең шулай ҡапыл арабыҙҙан китеүе бик ауыр.
Әмир Ишемғолов 1960 йылдың 22 майында Күгәрсен районында тыуған. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған. Хеҙмәт юлын ябай колхоз эшсеһе булып башлаған кеше шундай юғарылаҡтарға етә, профессор, фән докторы кимәленә тиклем күтәрелә.
1998 йылда Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса Башҡортостан ғилми-тикшеренеү үҙәге етәксеһе булып китә. 2013 йылда Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты итеп һайлана. 2015 йылдан 2018 йылға тиклем Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе. Ул Салауат Юлаев ордены менән наградланған, Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
– Был уның ғаиләһе, дуҫтары, хеҙмәттәштәре өсөн генә түгел, ә бар республика өсөн ауыр юғалтыу, – тине Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Әмир Ишемғолов әүҙем депутат ине, республиканың иң яҡшы умартасыһы булды. Ул был тармаҡты үҫтереү, республика умартасылығын сит илдәргә танытыу өсөн бик күпте эшләгән кеше.
Уның тураһындағы хәтирәләре менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов та уртаҡлашты.
– Амир Миңлеәхмәт улы башҡорттар ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе вазифаһында хәрәкәтте үҫтереү өсөн бик күпте эшләгән кеше. Ул ойошманың төбәк бүлексәләре эшен ойошторҙо – 36 өлкә һәм 27 илдә эшләй башланы улар. Уның рәйеслеге аҫтында башҡорт ҡоролтайы үҙ биналы булды. Ул бик хужалыҡлы кеше ине, етәксе булараҡ бөтәһе менән дә уртаҡ тел таба белде, ул ҡуйған бурыстарҙы бөтәһе лә үтәй ине, – тине ул.