-29 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
30 Октября 2020, 18:50

Медиктар ауылдарға барҙы

«Сәләмәтлек поезы» Дәүләкән районына килде

Республикала «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы дауам итә. Уның сиктәрендә төпкөл ауылдарҙа йәшәүселәр «Сәләмәтлек поезы»нда медицина тикшеренеүе үтә. Акция икенсе йыл рәттән ойошторола.
26 октябрҙән 30 октябргә тиклем пациенттарҙы тикшереү өсөн юғары технологиялы ҡорамалдар менән йыһазландырылған автоколонна ауырыуҙарҙы алдан билдәләү маҡсатында Дәүләкән районына ла килде.
Хөсәйен ауылы дүрт йөк машинаһы килгән тәүге тораҡ булды. Күсмә функциональ диагностика үҙәге автоколоннала төп урынды биләп торҙо. Унда бөтә төр УЗИ-ҙан алып ЭКГ-ға тиклем тикшеренеүҙәр тәҡдим ителде. Флюорография һәм маммография өсөн айырым автомобилдәр ҡаралған. Пациенттар профилактик тикшеренеүҙәр үтте, анализдар тапшырҙы, белгес-табиптарҙан: терапевтан, гинекологтан, стоматологтан һәм онколог-маммологтан кәңәштәр алды. Врачтар һуңғы пациентҡа тиклем эшләне, теләге булған һәр кемде ҡабул итте.
Ҡала медиктарының килеүе Ҡоръятмаҫ ауылы халҡы өсөн оло ваҡиғаға әйләнде. Бында күсмә составтың килеүенә ентекле әҙерләнгәндәр: бөтәһенә лә хәбәр итеп сыҡҡандар, ҡабул итеүгә алдан исемлектәр төҙөгәндәр.
- Беҙҙең ауылдан район дауаханаһына тиклем - 40 саҡрымлап ара, - ти Ҡоръятмаҫ ФАП-ы мөдире Айһылыу Фәнил ҡыҙы Ғәйнетдинова. – Унда барыу күптәр өсөн бик еңелдән түгел. Йәштәр Дәүләкәнгә бара һәм табипҡа күренә ала әле, ә бына оло йәштәгеләр түҙергә тырыша һәм ауырыуҙарының былай ҙа үтеренә өмөтләнә. Шуға күрә, «Сәләмәтлек поезы» килеүе күптәр өсөн көтөп алған ваҡиға булды, сөнки ваҡытында ҡуйылған диагноз һауығыу мөмкинлектәрен күпкә арттыра.
- Үҙәк дауаханаға барырға йыйына инем, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша 75 йәшлек Гөлсирә Латип ҡыҙы Вәлиуллина. – Район үҙәгенә барыу тороуҙың кәрәге ҡалмағанға ҡыуанам, сөнки алыҫ юлға йөрөү минең өсөн бик еңелдән түгел. Тағы ла, барған көндә бөтә белгестәргә лә ҡабул итеүгә инеп өлгөрөп тә булмауы бар. Әлбиттә, «Сәләмәтлек поезы»ның килеүе бик яҡшы булды, бөтә докторҙарға һәм ойоштороусыларға ҙур рәхмәт.
Бындай эш формаһының сифатын Вперед ауылы халҡы ла юғары баһаланы. Шулай булмай ни, ауылыңдан сыҡмай ғына, белгестәрҙән кәңәштәр һәм дауаланыу өсөн төрлө тәғәйенләүҙәр алыу – бик уңайлы.
Ҡабул итеүҙәр эпидемияға ҡаршы бөтә хәүефһеҙлек сараларын күҙәтеп ойошторолдо.
Читайте нас в