+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Ноябрь 2020, 13:05

Беҙҙең өсөн иң мөһиме – ныҡлы ғаилә

Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, хөрмәт итеп йәшәй Петровтар

Суйынсы-Николаевка кеүек күп милләтле ауыл өсөн ҡатнаш никахтар яңылыҡ түгел. Бында сыуаштар, башҡорттар, татарҙа, рустар үҙ-ара килешеп, татыу ғүмер итә.
Елена Павловна менән Евгений Михайлович Петровтар 23 йыл элек сәстәрен сәскә бәйләй.
  • Милләтем буйынса мин мордва, Филипповка ауылында тыуып үҫкәнмен, - тип һөйләй Елена. – Евгений менән 1996 йылда ауыл клубында таныштыҡ. Уның икенсе милләттән булыуы мине бер ҙә бошондорманы. Ата-әсәйем дә минең һайлауымды хупланы. Өйләнешкәндә миңә 17 генә йәш ине. Ауыл халҡы яҡшы ҡабул итте, әммә сыуаш телен белмәүем күп уңайһыҙлыҡтар тыуҙырҙы. Өйрәнергә булдым. Башта, әлбиттә, ауырыраҡ булды, яйлап аңлап алып киттем. Балаларыбыҙ ҙа туған телдәрендә һөйләшә. Улар үҙҙәренең нәҫел ағасын, тамырҙарын, туған телен белергә тейеш.
  • Милли нигеҙҙә ирле-ҡатынлы араһында бер ҙә тауыш сыҡмаған.Икеһе лә бер милләттәнме, ҡатнаш никахмы – уныһы мөһим түгел. Татыу ғаиләлә өс бала:Ҡыҙҙары Анастасия, Светлананы, улдары Константинды үҫтергәндәр. Өлкән ҡыҙҙары рус егетенә кейәүгә сыҡҡан. Ғаиләһе менән Александровка ауылында йәшәйҙәр. Йәй көнө ҡыҙҙары Ульяна тыуған. Шулай итеп, Петровтар ғаиләһенә рустар өҫтәлгән. Кесе ҡыҙҙары Светлана Өфөлә эшләй, улдары иретеп йәбештереүсе һөнәренә уҡый. Ҡыҫҡаһы, «ҡошсоҡтары», ҡанат нығытып, тыуған оянан «осҡан».
    Евгений Петров яуаплылығы сикләнгән «Канаш» йәмғиәтендә иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрҙең береһенән һанала. Тәжрибәле механизатор идара иткән ҡеүәтле «Джон Дир» һәр саҡ көйлө. Был йылдар эсендә нисә гектар ер һөрөлгән, күпме тонна иген сәселгән – һанап бөтөрөрлөк түгел. Елена Павловна ире өсөн ышаныслы тыл. Ихата тулы мал: һыйырҙар, быҙауҙар, үгеҙҙәр, ҡош-ҡорт. Ауылда башҡаса йәшәү мөмкин түгел. Йорт хужаһы баҫыуҙа тир түккәндә йорттағы барлыҡ эштәр хужабикә иңенә ята, әлбиттә.
    Петровтар өсөн иң мөһиме – ғаиләлә йылы мөнәсәбәт. Ир менән ҡатын бер-береһен күҙ ҡарашынан аңлап йәшәй икән, ошонан да ҙурыраҡ бәхеттең булыуы мөмкинме һуң?!
    Алия Уразбахтина.
    И. Кәримова фотоһы.
    Читайте нас: