-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Ноябрь 2020, 02:35

Кемдең шундай вәхшилеккә ҡулы күтәрелгән?

Әбйәлил районында ҡот осҡос хәл теркәлгән.

Район эске эштәр бүлегендә райондың йөҙөн билдәләгән, бик уникаль тәбиғәт ҡомартҡылары тип һаналған өлтөк (бөҙрә) ҡарағастарҙың бөтәһенең дә олононоң ике яҡлап бысылыуы хаҡында хәбәр алына.
Ваҡиға урынына оператив төркөм менән район гәзите хәбәрселәре лә юллана. Коллегаларыбыҙ белдереүенсә, шаҡ ҡатырлыҡ күренешкә тап була улар. Ун бер төп өлтөк ҡарағастың барыһының да олонон ике яҡлап бысып сыҡҡандар. Кемдең шундай матурлыҡҡа ҡулы күтәрелгән, ошондай һирәк осраған ҡарағастарҙы бысырға выжданы барған? Ололар әйтмешләй, ҡулы өҙөлөп төшкөрө... Һүҙ юҡ!
Кешеләрҙең хайуандан да яманыраҡ, боҙоҡ, ҡара эсле, үсле була барыуы көндән-көн шомландыра, ҡурҡыта... Нисек итеп Хоҙай тарафынан үҫтерелгән, районда ғына түгел, тотош республикала берҙән-бер уникаль тәбиғәт ҡомартҡыларына ҡулы күтәрелгән әҙәм аҡтығының выжданы ла, иманы ла юҡтыр...
Олононан һуты аҡҡан был ҡарағастар кешеләрҙең вәхшилегенән өнһөҙ илай, һыҡтай... Иң ҡурҡынысы шул: әле һыҡтаған ҡарағастар кеүек, уның тамырына балта күтәргән әҙәм аҡтығының да бер көн нәҫел-нәсәбе ҡоромаҫ, тип кем әйтә ала... "Их, кешеләр, ни эшләйһегеҙ ул?!" - тип асырғанып ҡысҡырғы килә...
Ҡасан ғына мин дә Ҡужан ауылы янындағы өлтөк (бөҙрә) ҡарағастарҙың һәр береһе янына барып, уларҙы ҡосаҡлап, теләктәр теләгәйнем дә ул... Бындай илаһи матурлыҡты юҡ итергә нисек ҡулың күтәреләлер...
Фото: "Осҡон" гәзите сайтынан.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: