+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Ноябрь 2020, 11:25

«Туған мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлайбыҙ»

3-сө башҡорт гимназия-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты хәҙер бөтә заманса талаптарға ла яуап бирә

«Башҡортостан Республикаһы дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү» дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә уҡыу йортона мультимедия комплексы тапшырҙылар. Уны файҙаланыу уҡыусылар өсөн яңы мөмкинлектәр аса.
- Яңы ҡорамал айҡанлы балаларҙың башҡорт теле дәресенә ҡыҙыҡһыныуы артты, - ти туған тел уҡытыусыларының район методик берекмәһе етәксеһе Венера Әхмәҙуллина. - күрһәтмәле миҫалдарҙа уҡыусылар үткән материалды нығыраҡ иҫтәрендә ҡалдыра. Хәҙер беҙ электрон китаптар буйынса эшләй алабыҙ. Яҙыусыларҙың биографияларын, уларҙың әҫәрҙәрен өйрәнгәндә экранда кинофильмдарҙан кадрҙар, төрлө сәхнә өҙөктәре күрһәтелә.
Мәҫәлән, дәрес темаһы - «Мостай Кәримдең ижады менән танышыу». Интерактив таҡтала мин үҙемдең уҡыусыларыма «Оҙон-оҙаҡ баласаҡ» спектакленән өҙөктәр, яҙыусының тормошонан фрагменттар күрһәтәм. М. Кәрим һүҙҙәренә яҙылған йырҙар тыңларға була. Беренсенән, бындай дәрестәр уҡыусыларға бик оҡшай. Икенсенән, улар үткәнде яҡшы иҫендә ҡалдыра. Милли костюмдарҙы һәм халыҡ йолаларын күрергә, йырҙар тыңларға, үҙ халҡыңдың бейеүҙәре менән һоҡланырға мөмкинлек тыуа. Ә башҡорт теле уҡытыусыһының маҡсаты нимәлә? Милли мәҙәниәтте, халыҡтар телен һаҡлау. Заманса мультимедиа комплекстары – маҡсатҡа өлгәшеүҙә ҙур ярҙам.
Иң шәбе, гимназияла башҡорт телен бөтәһе лә белә. Һәм яҡшы белә. Бында туған телдәре рус теле буған балалар ҙа туған башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаларының төбәк-ара этабында призлы урындар яулай. Был бәләкәйҙән үк формалаша башлаған милли берҙәмлектең күрһәткесе.
Алия Уразбахтина.
И. Кәримова фотоһы.
Читайте нас: