-29 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
5 Ноября 2020, 19:30

COVID-19 өсөн хас булған тән температураһы әйтелде

COVID-19 менән сирләгәндә 38,5 градусҡа тиклемге температураны төшөрөргә ярамай

COVID-19 менән ауырығандарҙың күбеһендә тән температураһының 37,5 градус булыуы күҙәтелә – был сирлеләрҙең 90 проценты өсөн хас, тип билдәләне Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш пульмонологы Сергей Авдеев.
Lenta.ru хәбәр итеүенсә, башҡа билдәләре — хәлһеҙлек, арыусанлыҡ, йүтәл, тын ҡыҫылыу, баш һәм тамаҡ ауыртыуы.
Бынан алда Федераль медицина-биология агентлығының баш инфекционисы Владимир Никифоров белдереүенсә, COVID-19 менән сирләгәндә 38,5 градусҡа тиклемге температураны төшөрөргә ярамай, ә түҙергә кәрәк. Коронавирусты организм ОРВИ кеүек ҡабул итә, шуға күрә уға ла ҡағиҙәләр бер үк, тип аңлатты ул.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас в