+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Ноябрь 2020, 13:45

“Һинең сирең йоғошло. Өйгә ҡайтаһы булма!”

Ауырыу бер кемдән һорап тормай. Кеше булып ҡалайыҡ!

Кешенең кемлеге бәлә килгәндә һынала тибеҙ. Замандың "тажлы" зәхмәте лә кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәргә тәьҫир итмәй ҡалманы.
Социаль селтәрҙә ковид-госпиталдә дауаланған ҡатындың күршеһенең аяныслы хәле тураһындағы яҙмаһы берәүҙе лә битараф ҡалдырманы.
Оло йәштәге ҡатынды, хәле бер аҙ арыуланыу сәбәпле, өйҙә дауаланырға ҡайтарырға тип әйткәстәр, улы телефон аша әсәһенә ҡайтып йөрөмәҫкә ҡуша. “Һинең сирең йоғошло. Миңә күсһә, мин нимә эшләргә тейеш? Әлегә өйгә ҡайтаһы булма! Тулыһынса йүнәлгәнсе шунда ятып дауалан!” – тигән һүҙҙәрҙән әсә илап ебәрә.
“Был хәлде ата-әсәләре сирләп, дауаханаға эләккән балалар уҡып уйланһын өсөн яҙам. Ауырыу бер кемдән һорап тормай. Кеше булып ҡалайыҡ!” – тип мөрәжәғәт итә автор.
Эйе, сир мәкерле, сир йоғошло. Әммә ул – һынау. Физик торошобоҙҙо, сәләмәтлегебеҙҙе генә түгел, кешелек сифаттарыбыҙҙы ла һынау ул. Эйе, унан һаҡланырға кәрәк, әммә, вирус йоҡтороуҙан ҡурҡып, ғәзиз әсәйеңде йәки атайыңды дауахананан барып алыуҙан баш тартыуҙы аңлай һәм аҡлай алаһығыҙмы?
Фото: ru.dreamstime.com
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: