+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Ноябрь 2020, 18:40

Ҡотҡарыусылар балыҡ тотҡанда юғалған ике ирҙе эҙләй

Полицейскийҙар ике балыҡсыны эҙләй.

Башҡортостанда 4 ноябрҙә «Система-112» саҡырыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә юғалған балыҡсылар тураһында ике мөрәжәғәт килгән. Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 3 ноябрҙә Мәләүез районы Ергән ауылында бер ир Ағиҙел йылғаһына балыҡ тоторға киткән һәм ҡайтмаған.
Икенсе балыҡсыны Салауат районы Малаяҙ ауылында эҙләйҙәр. Бында ике дуҫ Йүрүҙән йылғаһына балыҡҡа киткән, һөҙөмтәлә уларҙың берәүһе юғалған.
Әле Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре һәм полицейскийҙар ике балыҡсыны эҙләй.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: