+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Ноябрь 2020, 14:05

Хаҡтар төшкән помадаға, йүгерегеҙ магазинға!

Өҫтөнлөктө бүтән биҙәнгестәргә бирергә тура килә

Коронавирус эпидемияһы башланыу менән имбиргә хаҡтар саманан тыш артһа, ҡатын-ҡыҙҙарҙың ирен помадаһы, киреһенсә, ныҡ арзанайҙы. Кем әйтмешләй, ғәйеп – битлектә.
– Быйылғы март айына хәтлем помадаға хаҡтарҙың төшәсәге ике ятып бер төшөмә инмәне, – тип һөйләй Өфөләге парфюмерия магазиндарының береһе хужаһы Ынйы Зәбирова. – Бизнесыбыҙ шаулап сәскә атты, ә инде гүзәл зат ҡапыл помада һатып алмай башлағас, табыш һиҙелерлек кәмене. Ярыҡ ялғаш янында тороп ҡалмаҫ өсөн уның хаҡын ике тапҡырға төшөрөргә мәжбүр булдыҡ, тик барыбер ҙә утиль тауарға әйләнде. Өҫтөнлөктө бүтән биҙәнгестәргә бирергә тура килә инде.
Танышым Кәтибә Мәсәғүтованың һүҙҙәренә ҡарағанда, уның өр-яңы помадалары биҙәнеү өҫтәлендә урын биләп ята, өйҙән генә эшләгәс, уларҙың бер кәрәге лә юҡ. Урамға сыҡҡанда ла иренгә һөртөп булмай, битлек ҡамасауай. Был әйберҙең яраҡһыҙға әйләнерен кем уйлаған. Кәтибә әле кипкән ирендәргә һөртөр бальзам ғына ала.
Вәлимә Алтынсурина билдәләүенсә, ул ирен помадаһына пандемияға хәтлем дә ҡыҙыҡмаған, хәҙер ҙә һис кенә лә иҫе китмәй, уны бер ҡасан да ҡулланмай.
Фото: nikolisel.ru
Автор: Илдар Акьюлов
Читайте нас: