+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Ноябрь 2020, 23:10

Һуңғы мәғлүмәттәр

Вафат булғандарҙың дөйөм иҫәбе – 59.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе. Башҡортостанда бер тәүлектә тағы ла 103 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 11446-ға етте. Һауыҡҡандар – 10676 (һуңғы тәүлектә 151 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм иҫәбе – 59.
Бөгөн вафат булған пациентҡа килгәндә, ул 1962 йылғы, Дүртөйлө районынан. Хроник пиелонефрит, гипертониянан яфаланғаны мәғлүм.
Башҡортостан стационарҙарында – 259 (шул иҫәптән 14 кеше ауыр хәлдә, өсөһө үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 452 ауырыу дауалана.
Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 1435845 тикшереү үткәрелгән.
Пневмонияға килгәндә, һуңғы тәүлектә 296 кешегә ошо диагноз ҡуйылған, был ауырыуҙан һауыҡҡан 279 кеше дауахананан сыҡҡан.
Фото: ria.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: