+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Ноябрь 2020, 18:25

Локомотив юлдан сыҡҡан

Берәү ҙә зыян күрмәгән

Волга буйы Транспорт буйынса тәфтиш идаралығы, үткән төндә “Өфө – Дим” тимер юлында йөк ташыусы поезд локомативы юлдан сыҡҡан, тип хәбәр итә.
Ведомствола асыҡлауҙарынса, был хәл төнгө беренсе яртыларҙа теркәлә. Бәхеткә күрә, инцидентта берәү ҙә зыян күрмәгән. Әлеге мәлдә бәлә урынында төҙөкләндереү эштәре бара. Идаралыҡтың матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, инциденттың сәбәптәре асыҡлана, аҙаҡ шуның буйынса процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк.
Шулай уҡ Граждандарҙы яҡлау идаралығы, вагондар юлдан сыҡҡан юл участкаһында поезд хәрәкәте туҡтатып торолдо, тип хәбәр итә.
Поездар йөрөшө буйынса өҫтәмә мәғлүмәтте “РЖД”-ның телефонына шылтыратып (8 800 775 00 00 – тәүлек әйләнәһенә) алырға була.
Фото pixaday.com
Автор: Миләүшә Сайтакова

Читайте нас: