-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Ноябрь 2020, 23:40

Законһыҙ сауҙа туҡтатылған

Законһыҙ рәүештә алкоголь продукцияһы етештергән

"Инцидент" системаһына ошондай хәл тураһында мөрәжәғәт алынған.
“Бер нисә йыл рәттән Ноғоманов урамындағы 60-сы йорттоң 25-се фатиры тәҙрәһенән алкоголь һаталар. Был турала барыһы ла белә, әммә бер ниндәй ҙә сара күрелмәй”, – тип әсенеп яҙған Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Иван Соколов.
Уға урындағы хакимиәттән ошондай яуап килгән: “Полиция хеҙмәткәрҙәре дружинниктар менән берлектә һеҙ атаған фатирҙан “контроль һатып алыу” башҡарыу өсөн бер нисә рейд ойошторҙо. Әммә алкоголь һатыу факты теркәлмәне. Фатир хужалары тәҙрәләренә араҡы һатмауҙары тураһына яҙыу ҙа элеп ҡуйған (фото ҡушымтала)”.
Әммә фотола күрше фатирҙың тәҙрәләре төшөрөлгән була. Иван Соколов әйтеүенсә, алкоголь менән законһыҙ сауҙа иткәндәрҙең фатир тәҙрәләре аҡ рәшәткә менән ҡапланған, ә төндәрен эстә гирлянда яна.
Һөҙөмтәлә мөрәжәғәт буйынса оператив-тикшереү эштәре яңынан тергеҙелә.
Һөҙөмтәлә хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан законһыҙ рәүештә алкоголь продукцияһы етештергән, һаҡлаған һәм сауҙа иткән төркөм асыҡлана. Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән 19 - 44 йәшлек ете кеше ҡулға алына.
Ғәйепләнеүселәрҙең фатирҙарында, гараждарында 700 литр алкоголь продукцияһы, шул иҫәптән араҡы, коньяк, 200 литрлыҡ мискә, ике автомобиль һәм 200 мең һум аҡса тартып алына.
Енәйәт эше ҡуҙғатылған, ғәйепләнеүселәргә тәфтиш ваҡытында ситкә сығыу тыйылған.
Иғтибарлы, битараф түгел граждандың мөрәжәғәте, һис шикһеҙ, әллә күпме кешенең ғүмерен һаҡлап алып ҡалғандыр.
Фото: "Инцидент".
Автор: Римма Султанова
Читайте нас: