-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ноябрь 2020, 00:50

2021 йылдың 1 ғинуарынан республикала балалар баҡсаһы өсөн түләү арта

Ата-әсәләрҙең балалар баҡсаһы өсөн түләүгә компенсация алырға хоҡуғы бар

2021 йылдың 1 ғинуарынан балалар баҡсаһы өсөн ата-әсә түләүе айына уртаса 1749,16 һумға тиклем арта. Республика Мәғариф министрлығының тейешле бойороғо 12 ноябрҙә Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
«Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан дәүләт һәм муниципаль белем биреү ойошмаларында балаларҙы ҡараған өсөн ата-әсә түләүен айына уртаса 1749,16 һум күләмендә билдәләргә»,— тиелә документта.
2020 йылдың ғинуарынан республиканың мәктәпкәсә учреждениеларында балаларҙы тәрбиәләгән өсөн ата-әсә түләүенең уртаса күләме 1677 кимәлендә билдәләнде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ата-әсәләрҙең балалар баҡсаһы өсөн түләүгә компенсация алырға хоҡуғы бар. Әйтәйек, баҡсаға бер генә бала йөрөй икән, компенсация күләме түләнгән сумманан 20 процент була. Ике бала йөрөһә, 50 процент; өс һәм унан күберәк балалар — 70 процент.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: