+2 °С
Болотло
«Әлеге көндә яңы йыл шыршыларын әҙерләү башланып ҡына тора, шуға күрә урман һағы инспекторҙары урман ҡануниәтен боҙоуҙы асыҡлау маҡсатында уларҙы әҙерләү урындарын ныҡлап тикшерә, — тип билдәләне федераль дәүләт урман һәм янғын күҙәтеүе бүлеге етәксеһе Юнир Садиҡов. — Ошо операция барышында яңы йыл продукцияһын һатыу урындары буйлап рейдтар, шулай уҡ урман фонды ерҙәре патрулләү ойошторола. Законһыҙ ташылған продукцияны асыҡлау маҡсатында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре менән берлектә дөйөм ҡулланылыштағы юлдарҙа тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ һәм стационар постар ҡуйылды».