0 °С
Болотло
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ноябрь 2020, 19:35
Башҡортостанда тәүлек эсендә 400-ҙән ашыу пневмония менән сирләү осрағы теркәлде
Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, бөтәһе 76 кеше вафат булған.
Башҡортостанда тәүлек эсендә 400-ҙән ашыу пневмония менән сирләү осрағы теркәлде. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 24 ноябргә ҡарата мәғлүмәтенә ярашлы, бер тәүлектә дауахананан тыш пневмония осрағы 411-гә етте. Шулай уҡ тәүлек эсендә 416 пациент дауаханан сығарылды.
Бөгөнгә коронавирус менән сирләгәндәр һаны — 13446, яңы пациенттар – 128.
Стационарҙа 353 кеше дауалана, уларҙың 36-һы – ауыр хәлдә, 13-ө – үпкәне яһалма елләтеү аппаратында. Амбулатор дауаланыуҙа – 1499 кеше. Бер тәүлектә — 92, бөтәһе 11518 пациент дауахананан сығарылды.
COVID-19-ҙан яңы үлем осраҡтары теркәлмәгән. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, бөтәһе 76 кеше вафат булған.
Бөтәһе 1632171 тикшереү үткәрелгән, 1579321 кеше тикшерелгән. Бер тәүлектә 10191 тикшереү уҙғарылған, 9966 кеше тикшерелгән.
https://
www.bashinform.ru/news/1525650-v-bashkirii-kolichestvo-zabolevshikh-pnevmoniey-prevysilo-400-chelovek-v-sutki/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: