+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ноябрь 2020, 12:50

Боҙҙа һаҡ булығыҙ!

Уның ҡалынлығы кәмендә 10-12 сантиметр булырға тейеш

Ҡыш матур ҙа, шул уҡ ваҡытта хәүефле лә. Бала-саға шыуып уйнағанда, ир-ат боҙ өҫтөндә балыҡ ҡармаҡлағанда, йылға аша сыҡҡанда һ.б. ҡурҡыныс хәлдәр осрай ҙа инде.
Ҡышҡы һыу айырыуса ҡурҡыныс. Ни өсөн тигәндә, тән температураһының тиҙ төшөүе фалижға килтерә һәм кеше хәрәкәт итә алмай, тонсоғоп һәләк була.
Һыуҙа үлем осраҡтары күберәк ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәгәндән килеп сыға. Әйтәйек, норма буйынса, боҙҙан сығып йөрөү өсөн уның ҡалынлығы кәмендә 10-12 сантиметр булырға тейеш. Төркөм менән сыҡҡан осраҡта, кешеләрҙең бер-береһе араһында алыҫлыҡ һаҡлауы мөһим. Саңғы менән икәнһегеҙ, уны сисеп, тотоп сығырға тәҡдим ителә.
Ҡая аҫтынан сығып, йылғаға ҡойған шишмә һыуҙары йылыраҡ була, шуға күрә ул тирәлә боҙ һәйбәтләп туңмай, туңһа ла, бик йоҡа була.
Балыҡ тотҡанда кешеләр араһында арауыҡ булырға тейеш. Һәр балыҡсы үҙе менән 12-15 метр оҙонлоҡтағы ныҡлы бау алып йөрөргә тейеш. Бауҙың осона 400-500 грамм ауырлыҡта йөк тағырға, ә икенсе осон тотонорлоҡ итеп көрмәргә кәрәк.
Боҙ йоҡа булғанда, балаларҙың тауҙан һыу яғына ҡарай сана, саңғы шыуыуы ла һәләкәткә килтереүе мөмкин.
Ғөмүмән, боҙҙа бик һаҡ булырға кәрәк. Минең менән ҡурҡыныс хәл килеп сыҡмаясаҡ тип уйлау дөрөҫ түгел. Бәлә аяҡ аҫтында, тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Боҙҙа һаҡ булығыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ.
Фото: lipetskmedia.ru
Автор: Римма Султанова
Читайте нас: