-8 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ноябрь 2020, 18:40

Ике кешенең ғүмере ҡыйылды

Йылытыу миҙгеле башланыу менән янғын сығыу осраҡтары йышая

Республикала йыл башынан 10561 янғын сыҡҡан, уларҙа 218 кеше, шул иҫәптән 10 бала һәләк булған, 231 кеше тән йәрәхәттәре алған. Үткән тәүлектә генә ут арҡаһында ике кешенең ғүмер ҡыйылған, 10 кешене ҡотҡарып алып ҡалғандар.
Иртә менән Күгәрсен районының Мәҡсүт ауылындағы йорт ҡыйығында ут сыға. 95 йәшлек ҡатын зыян күрә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уға ваҡытында ярҙам итеп өлгөрмәйҙәр.
Ошо уҡ иртәлә Дүртөйлө ҡалаһының Матросов урамындағы йорт фатирына ла “ҡыҙыл әтәс” ҡуна. Ҡотҡарыусылар ут ялмап алған күп фатирлы йорттан 10 кешене ҡотҡаралар. Һөрөм менән ағыуланған 36 йәшлек ир кеше дауаханаға оҙатыла.
Кис Әлшәй районының Түбәнге Әүрез ауылында ла фажиғә теркәлә. Янған йорт эсенән ҡотҡарыусылар 67 йәшлек ирҙең үле кәүҙәһен табалар.
Янғындарҙың сәбәбен асыҡлау буйынса тикшереүҙәр бара.
Йылытыу миҙгеле башланыу менән янғын сығыу һәм унда кешеләрҙең һәләк булыу осраҡтары йышая. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы вайымһыҙ булмаҫҡа, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы.
Автор: Римма Султанова
Читайте нас: