+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ноябрь 2020, 11:30

“Полиэф” яңы проектты тормошҡа ашыра

Алынған гранулалар юғары талаптарға яуап бирә

СИБУР Благовещендағы “Полиэф” предприятиеһында “йәшел” ПЭТ-гранулалар сығарыу проектын тормошҡа ашыра башлай. Уны етештереүҙә йыл һайын 34 мең тоннаға яҡын икенсел сеймал, иң элек ПЭТ-флекс – тотонолған аҙыҡ-түлек төргәге киҫәктәре ҡулланыласаҡ.
Алынған гранулалар юғары талаптарға яуап бирә һәм экологиялы ПЭТ-төргөккә арта барған ихтыяжды ҡәнәғәтләндерәсәк. Юғары сифатлы продукция сығарыуҙа ҡиммәтле сеймалды ҡабатлап ҡулланыу полимер етештереүҙә энергия сығымын кәметеүгә, һауаға ағыулы газдар сығарыу күләмен түбәнәйтеүгә булышлыҡ итәсәк. Проектты тормошҡа ашырғанда эшкәртелгән шешәләрҙең ярымфабрикаттары файҙаланыласаҡ.
Республика предприятиеларында бындай технологияларҙы ғәмәлгә индереү Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһын ойоштороу” федераль проекты менән билдәләнгән һөҙөмтәлелек күрһәткесенә өлгәшеү мөмкинлеген бирәсәк.
Фото: ecology.bashkortostan.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: