-8 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
25 Ноября 2020, 13:55

Ҙур балалар баҡсаһы төҙөлөшө тамамланып килә

Фасад эштәре тамамлана

Йыл аҙағына тиклем, графикка ярашлы, Стәрлетамаҡтың яңы йорттарҙан торған 4А Көнбайыш биҫтәһендә 260 урынлыҡ иң ҙур балалар баҡсаһы төҙөлөп бөтә. Социаль объект 2019 йылдың ноябренән Октябрь проспекты һәм Төҙөүселәр, Артем урамдары кварталында һалына башланы. Төҙөлөштө финанслау РАИП һәм «Демография» милли проекты сиктәрендә тәьмин ителде, уның хаҡы – 151 миллион һумдан ашыу. Генераль подрядсыһы – «А-Строй» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.
Бина йылы ике ҡатлы аралыҡ менән тоташтырылған ике параллель корпустан тора. Учреждениела 12, шул иҫәптән ике ясле төркөмө, пассажирҙар һәм бәләкәй йөк лифттары була.
«Бөгөнгә биләмә төҙөкләндерелгән, фасад эштәре тамамлана. Йылы биреүҙе һынап ҡарау ойошторолған. Төҙөүселәр эске биҙәкләү эштәрен башҡара. Ҡорамалдар килтерелә», — тип белдерҙеләр Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығында.
Быйыл көнбайыш биҫтәләрҙә һәр береһе 90 урынлыҡ, хаҡы 73 һәм 78 миллион һумлыҡ ике балалар баҡсаһы төҙөлгән. Шуға быйыл ҡалала балалар баҡсаларына сираттың 440 урынға кәмеүе мөмкин.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас в