-6 °С
Ясна
Антитеррор
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ноябрь 2020, 19:05
Пневмония менән ауырыу буйынса яңы мәғлүмәттәр
Сирләүгә бәйле хәл көсөргәнешле булып ҡала
Башҡортостандың Һаулыҡ һаулыҡ һаҡлау министрлығында пневмония һәм яңы коронавирус инфекцияһы менән ауырыу буйынса яңы мәғлүмәттәр иғлан ителде. Тәүлек эсендә COVID-19 йоҡтороуҙың 134 осрағы асыҡланған. Шулай итеп, пандемия башланғандан алып 13 715 кешелә вирус рәсми рәүештә раҫланған.
Уҙған тәүлектә республикала бер юлы ике үлем осрағы теркәлгән. 77-се һәм 78-се ҡорбандар тураһында әлегә хәбәр ителмәй. Хәҙерге көндә коронавирус менән сирләгән 36 пациент – ауыр хәлдә, 12-һе – үпкәне яһалма елләтеү аппаратында. 438 пациент – дауаханала, 1507-һе өй шарттарында дауалана. Бер тәүлектә 76 кеше коронавирустан һауығып сыҡҡан.
Башҡортостанда дауахананан тыш пневмония менән сирләүгә бәйле хәл көсөргәнешле булып ҡала. Һуңғы 24 сәғәттә республикала 418 кешелә ошо диагноз раҫланған, 423 пациент дауахананан сығарылған.
https://
www.bashinform.ru/news/1526593-minzdrav-bashkirii-opublikoval-obnovlennye-dannye-po-zabolevaemosti-covid-19-i-pnevmoniey/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
коронавирус
,
пневмония
Читайте нас:
Новости партнёров
Ә һеҙ һары балан күргәнегеҙ бармы?
Фәнир Галимов: "Кәефе әйбәт иде..."
О чём мечтает капитан