+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ноябрь 2020, 12:20

Табиптарға йәшәргә урын да әҙерләнә

Пандемия осоронда бында 400 белгес йәлеп ителәсәк.

Стәрлетамаҡта яңы клиника-диагностика йоғошло ауырыуҙар үҙәге төҙөлөшө тамамланып килә.
Әле майҙансыҡта меңгә яҡын кеше һәм 80 берәмектән ашыу техника эшләй. Төҙөлөш тәүлек әйләнәһенә бара. Корпустарҙың эсендә стеналар күтәрелә, түшәм йөҙләнә, инженерлыҡ селтәрҙәре үткәрелә, биҙәү эштәре, йылылыҡ системаһын монтажлау дауам итә. Тышта иһә биләмә төҙөкләндерелә, юлға асфальт түшәлә. Фасад буйынса ла эш бара. Таҙартыу ҡоролмалары ғәмәлгә индерелә. Рентген кабинетына ҡорамалдар, компьютер томографы, үпкәне яһалма елләтеү аппараттары килгән.
Пандемия осоронда бында 400 белгес йәлеп ителәсәк. Ковид-госпиталдәрҙәге “ҡыҙыл зона”ла эш тәжрибәһенә эйә булған табиптар башҡа ҡалаларҙан вахта ысулы менән киләсәк. Белгестәр дөйөм ятаҡта йәшәйәсәк. Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте лә уларҙы эшләгән осорҙа 10 фатир менән тәьмин итергә ниәтләй.
Фото: bashinform.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: