+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ноябрь 2020, 12:00

Иртәгә беҙҙең ғаиләбеҙ өсөн дә оло байрам.

Муллабаева Миниса Шәрхи ҡыҙын Әсә көнө менән ҡотлайбыҙ

Был көндө беҙ, атай-әсәйебеҙҙең биш балаһы үҙ парҙары, балалары менән, атай йортона - берҙән-беребеҙ, ҡәҙерлеләрҙән дә ҡәҙерле кешебеҙ – әсәйебеҙ, нәнәйебеҙ, ҡарт нәнәйебеҙ Муллабаева Миниса Шәрхи ҡыҙын Әсә көнө менән ҡотларға йыйылышабыҙ.
Беҙҙең һөйөклө әсәйебеҙгә 93 йәш, ул Дүртөйлө ауылында йәшәй. Беҙ уның янына йыйылып, көс-дәрт, ҡеүәт алып таралышабыҙ. Киләсәктә лә әлегеләй көләс йөҙлө, шаян телле, теремек килеш ҡаршы алып, бөтә туғандар менән йыйылышырға насип булһын тип, һиңә, әсәй, ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ.
Беҙ һине яратабыҙ, тиҙәр бүлә-бүләсәләрең,
Шәп бул, сирләмә, тиҙәр ейән-ейәнсәрҙәрең.
Ә беҙ, әсәй, ошо теләктәргә ҡушылып, һиңә донъяның бөтә изгелектәрен теләйбеҙ.
Ҡайғы-хәсрәт күрмәй, сирләмәй генә тағы оҙаҡ йылдар беҙҙе ҡыуандырып йәшә әле.
Читайте нас: