+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ноябрь 2020, 20:45

Ҡыштың тәүге көндәре нисек килер?

Декабрь - йылдың аҙағы, ә ҡыштың башы.

Халыҡ был айҙы юҡҡа ғына аҡъюлай тип атамаған: йыш яуған ҡарҙан хатта юлдар тапалып, ҡарайып та өлгөрмәй. Йылға-күлдәр ҡалын боҙ өҫтөнән тағы ла ҡар менән ҡаплана. Халыҡ ижады аҡъюлайҙы "етелә еткерермен" тип тә билдәләй. Был көн оҙонлоғо ете сәғәткә генә ҡалғанда ла ҡышҡа етәрлек ҡар яуып өлгөрә тигәнде аңлата.
Быйыл ҡыштың тәүге айы үҙенең һыуыҡ көндәре менән хәтерҙә ҡалыр, тип фаразлана. Айҙың тәүге көндәрендә үк көндөҙ - 12 градус, ә төндә 16-ға тиклем һыуытыуы көтөлә.
2 декабрҙән алып 7-һенә тиклем көндөҙ һауа температураһының 15-19 градусҡа тиклем түбәнәйеүе, ә төндә минус 22-гә барып етеүе мөмкин. Күк йөҙө аяҙ, ел булмаясаҡ.
Ҡыш айының икенсе аҙнаһынан көндәрҙең бер аҙ йылыныуы көтөлә.
8 декабрҙән һыуыҡтар 8-10 градус тирәһе булыр, тип фаразлана.
Тышта ни тиклем һыуыҡ булһа ла, йорттарығыҙҙан йылылыҡ китмәһен!
Фото:mirpozitiva.ru
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: