Бик күп ата-әсәләрҙе, педагогтарҙы һәм уҡыусыларҙы борсоған мәсьәлә – уҡыу тәртибенә бәйле. Билдәле булыуынса, әле 6-10 класс уҡыусылары дистанция тәртибендә уҡый, ҡалғандар, мәктәпкә йөрөй. Был режим 6 декабргә тиклем ғәмәлдә буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта 23 муниципалитет мәктәптәрендә уҡыу ғәҙәти тәртипкә күсте.
– Әгәр коронавирусҡа бәйле хәл хөртәймәй икән, балалар традицион уҡыуға сығасаҡ. Беҙҙә инфекция менән хәл ҡатмарлы булһа ла, тотороҡло бара. Балалар ҙа, уҡытыусылар ҙа былай шөғөлләнеп арыны, – тине төбәк етәксеһе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, коронавирус инфекцияһы таралыу коэффициенты 0,5-тән артмаған 23 муниципалитеттағы мәктәптәрҙә бөтә кластар ҙа ғәҙәти уҡыу тәртибенә күсте. Был Әбйәлил, Архангел, Баймаҡ, Балаҡатай, Белорет, Благовар, Бүздәк, Бөрйән, Ғафури, Дыуан, Йылайыр, Иглин, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Мәсетле, Нуриман, Салауат, Учалы, Хәйбулла, Саҡмағош райондары һәм Сибай, Межгорье ҡалалары.