-30 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
30 Ноября 2020, 18:05

Интернетта «Һылыуҡай-2020» конкурсында ҡатнашҡан башҡорт ҡыҙҙары өсөн тауыш биреү башланды

Ул 2020 йылдың 3 декабренә тиклем бара.

Интернетта башҡорт ҡыҙҙарының «Һылыуҡай-2020» Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыусылар араһында тамашасылар һөйөүе призына тауыш биреү башланды. Ул 2020 йылдың 3 декабренә тиклем бара.
Сайтта тауыш бирергә мөмкин. Тауыш биреү һөҙөмтәләре 3 декабрҙә финал шоуында билдәле була.
Бер аҙна элек конкурстың әҙерлек осоро башланды. Ҡыҙҙар өсөн башҡорт теле, хореография, вокал дәрестәре ойошторолдо.
Рәсәй төбәктәренән һәм республика райондарынан 20 ҡыҙ финалға сыҡты. Проекттың гала-концерты 3 декабрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында була. Проект тарихында тәүге тапҡыр финал онлайн уҙғарыла. Тамашасылар конкурс барышын Республика халыҡ ижады үҙәгенең Youtube-каналында ҡарай ала.
Ләйлә Аралбаева
Читайте нас в