-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ноябрь 2020, 13:15

Республикала ғаиләлә йәберләнгән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ҡыҙыу бәйләнеш асыла

Ярҙам һорау оят та, ҡурҡыныс та түгел

Башҡортостанда 30 ноябрҙә ғаиләлә йәберләнгән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ҡыҙыу бәйләнеш асыла. «Семья» республика ресурс үҙәге һәм «Мөхәббәт» кризис үҙәге белгестәре сәғәт 11-ҙән 2-гә тиклем шылтыратҡан гүзәл заттарға үҙҙәренең кәңәштәрен бирә.
«Бөтә шылтыратыуҙар ҙа аноним һәм бушлай, — тип белдерҙе ойоштороусылар. — Ярҙам һорау оят та, ҡурҡыныс та түгел».
Һорауҙарығыҙ булһа, шылтыратығыҙ:
— өйҙә йәберләү билдәләре;
— ғаилә көс ҡулланыуҙы иҫкәртеү;
— ғаилә эсендәге низағтар ваҡытында үҙеңде яҡлау ысулдары;
— ғаиләлә йәберләнгән ҡатын-ҡыҙҙарға психологик ярҙам;
— яҡындарға нисек ярҙам итергә;
— ғаиләлә йәберләнеп йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы хоҡуҡи яҡлау.
Читайте нас: