Быйыл беҙ уны тәүге тапҡыр ҡатмарлы коронавирус пандемияһы шарттарында ҡаршы аласаҡбыҙ. Шуға күрә байрамды үткәреү буйынса бер ни тиклем сикләүҙәрҙең булыуы аңлашыла.
Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә лә ошо турала һүҙ булды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткән аҙналарҙа ла чиновниктар өсөн корпоративтар булмаясаҡ тигәйне. Бөгөн ул был һүҙҙәрен тағы бер тапҡыр ҡабатланы.
– Беҙ инде ике йыл рәттән "корпоративтарҙы барыһы ла сәскә ата башлағас ҡына үткәрәсәкбеҙ" тигән принцип буйынса йәшәйбеҙ. Ҡарар ҡабул ителде, чиновниктар өсөн ойошторолмаясаҡ, өйҙә ғаиләләрегеҙ менән күберәк булырһығыҙ, – тине ул. – Шулай уҡ бүләк мәсьәләһен дә хәл иттек. Тағы бер тапҡыр ҡабатлайым, кәрәкмәй. Хатта открыткалар ҙа ебәрмәгеҙ. Хәҙер бөтәһе лә гаджеттарҙа. СМС-хәбәр ебәрегеҙ ҙә еткән. Теләгегеҙ булһа, балаларға ярҙам итегеҙ.
Ресторандар, башҡа учреждениелар нисек эшләре тураһында әлегә ҡарар юҡ. Был аҙнала оператив штаб менән консультациялар үткәреләсәк һәм аҙна аҙағында халыҡҡа еткереләсәк.