+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Декабрь 2020, 19:30

65 йәштән өлкәндәр өсөн мотлаҡ изоляция режимы 31 декабргә тиклем оҙайтылды

Изоляция режимы 31 декабргәсә һаҡлана.

Башҡортостанда 65 йәштән өлкәндәр өсөн мотлаҡ изоляция режимы оҙайтылды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Юғары әҙерлек» тәртибе тураһында указға сираттағы үҙгәрештәр индерҙе. Документтың яңы редакцияһына ярашлы, 65 йәштән өлкәндәр, шулай уҡ хроник сирлеләр өсөн мотлаҡ изоляция режимы 31 декабргә хәтлем оҙайтыла.
Социаль учреждениеларҙа булғандар өсөн дә мотлаҡ изоляция режимы 31 декабргәсә һаҡлана.
Башҡортостандың мәғариф һәм фән министрлығы, муниципалитеттарҙағы санитар-эпидемиологик хәлдән сығып, бөтә кластар ҙа мәктәптә уҡый алған ҡала-райондар исемлеген төҙөргә тейеш.
Радий Хәбиров шулай уҡ халыҡтың битлек режимын һәм 65 йәштән өлкәндәрҙең изоляция тәртибен үтәүен тикшереүҙе көсәйтергә ҡушты.
Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас: