-1 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Декабрь 2020, 12:25
Декабрҙә республикала һауа торошо
Ай башында әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй.
Синоптиктар декабрҙә Башҡортостанда һауа торошоноң үҙенсәлектәре тураһында хәбәр итте.
Рәсәй Гидрометүҙәге фаразы буйынса, республикала ҡыштың тәүге айы ғәҙәттәгенән бер градусҡа һыуығыраҡ булыуы көтөлә, тип белдерҙе Башгидромет. Уртаса һауа температураһының -11,-12 градус (норма -11), яуым-төшөмдөң ғәҙәттәгенән аҙыраҡ булыуы фаразлана.
Декабрҙең беренсе аҙнаһында республикала һауа торошон «Себер» антициклон периферияһы билдәләй. Температураның бер төрлө булмауы көтөлә, айырыуса төнгө сәғәттәрҙә: -13,-20, болотло булғанда -7,-12 градус. Көнсығыш райондарҙа -22,-27 градусҡаса һыуыҡ була, көндөҙ -7,-13, таулы райондарҙа -14, -17. Дөйөм алғанда, 1 декабрҙән 10-ына тиклем уртаса һауа температураһының норманан 3-5 градусҡа түбәнерәк булыуы көтөлә.
Ай башында әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Төндә һәм иртән урыны менән томан.
https://
www.bashinform.ru/news/1528893-sinoptiki-soobshchili-ob-osobennostyakh-pogody-v-dekabre-v-bashkirii/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас:
Новости партнеров
Ҡыш ҡасан килә?
Уфимский лимонарий – точка притяжения туристов со всех концов России
Балтачлар аккошлар гаиләсе өчен борчыла