-7 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
2 Декабря 2020, 16:45

Уҡыусылар 7 декабрҙән мәктәптә уҡый башлай

Уҡыусылар 9 ноябрҙән дистанцион уҡыуға күсерелгәйне.

Дүшәмбе, 7 декабрҙә, республиканың барлыҡ мәктәптәрендә көндөҙгө уҡыу тергеҙелә. Башҡортостан башлығы хакимиәтендәге сығанаҡ «Башинформ» агентлығына бөгөн төбәк оператив штабы ултырышында ошондай ҡарар ҡабул итеүҙәрен хәбәр итте.
Коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле хәлдең тотороҡланды, шуға уҡыусыларға мәктәпкә йөрөп уҡырға мөмкин.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика уҡыусылары 9 ноябрҙән дистанцион уҡыуға күсерелгәйне.
Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығының Контроль идаралығына республиканың барлыҡ мәктәптәрен санитар нормаларҙы үтәүен тикшерергә ҡушты.
Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас в