Башҡортостандың урта һөнәри белем биреү йорттары студенттары араһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаһы үтте. Уны Мәғариф һәм фән министрлығы ойошторҙо.
Сара быйылғы Башҡорт теле йылына, 14 декабрҙә билдәләнгән Башҡорт теле көнөнә арналды. Төп маҡсат – башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төплө белемгә эйә студенттарҙы асыҡлау, милли мәҙәниәтебеҙҙең, рухиәтебеҙҙең айырылғыһыҙ өлөшө булған башҡорт теленә ҡарата һөйөү тәрбиәләү.
Олимпиада ике йүнәлештә – башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнгән студенттар араһында айырым үткәрелде. Ул өс өлөштән торҙо. Тәүге турҙа студенттар тест һорауҙарына яуап бирҙе, икенсеһендә билдәләнгән темаға инша яҙҙы, өсөнсөһөндә проекттарын яҡланы.
Илдәге һәм республикалағы хәл-торошто иҫәпкә алып, олимпиада дистанцияла ойошторолдо. Унда барлығы 66 һөнәри белем биреү ойошмаһынан 525 студент ҡатнашҡан. Сағыштырыу өсөн: былтыр үҙ көсөн һынап ҡараусылар 116 ғына булған.
Башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнгән студенттар араһында Нефтекама нефть колледжынан Зөлфиә Ғаязова, ә дәүләт теле булараҡ уҡығандарҙан Өфө күп йүнәлешле һөнәри колледжы студенты Эльвина Хәбирова еңеүселәр булып танылған. Шулай уҡ алдынғы урын яулағандар араһында Сибай, Өфө, Бәләбәй, Ишембай, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Октябрьский ҡалаларында урынлашҡан, уңышлы эшләп килгән төрлө йүнәлештәге уҡыу йорттары студенттары бар.
Бөгөн Башҡортостан колледждарында белем алған студенттарҙың 33524-е башҡорт телен – дәүләт теле, 7297-һе туған тел булараҡ өйрәнә. Шулай уҡ уларҙа туған тел булараҡ татар һәм сыуаш телдәре лә өйрәтелә. Урта һөнәри белем биреү йорттарында 190 башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы эшләй.