-1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Декабрь 2020, 14:55

"Һеҙгә компенсация тейеш!"

Ялған хеҙмәткәргә ышанып, аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан.

Өфөлә йәшәгән 65 йәшлек ҡатын, ялған хеҙмәткәргә ышанып, аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан.
Уның һүҙҙәренсә, ир кеше ишек шаҡып, үҙен коммуналь хеҙмәт эшсеһе тип таныштыра һәм фатирҙа электр счетчигын тикшерергә кәрәк тип төпкә уҙа. Ышаныусан ҡатын был әҙәмде индерә.
Ҡатындың йортта яңғыҙы йәшәгәненә инанған ир электр приборҙарын ҡараған булып ҡылана. Артабан хужабикәгә, һеҙгә бер мең һум күләмендә компенсация тейеш, ти ул һәм ҡатынға биш мең һумлыҡ ҡағыҙ аҡса тоттора, сдача биреүҙе һорай. Аҡса ҡулына эләккәс, йәһәт кенә сығып китә.
Тик күпмелер ваҡыт үткәс кенә, пенсионер ҡатын алданғанына төшөнә - теге ир уға биш мең һумлыҡ ялған аҡса тоттороп киткән була. Баҡтиһәң, мутлашыусы башҡа күршеләргә лә шаҡып йөрөгән, тик уға асыусы ғына булмаған.
Әле хоҡуҡ һаҡлаусылар уны эҙләй ҙә бит... Сираттағы тапҡыр иҫкәртәбеҙ, сит кешеләргә ишек асыу хәүефле, талап сығыуҙары ихтимал.
Фото интернеттан.
Автор: Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: