Әлеге ваҡытта Башҡортостан дауаханаларында һәм поликлиникаларында төрлө вазифаларҙа 1 200-ҙән ашыу ординатор эшләй. Агентлыҡ
хәбәр иткәнсә, октябрҙә терапевтарҙың эше күп булыуына бәйле Башҡорт дәүләт медицина университетынан 150 студент-ординатор һәм юғары курс студенттары Өфө поликлиникаларына эшкә ебәрелде. Резервта тағы 200 студент бар, улар медицина ойошмаларының һорауы буйынса эшкә тотонорға әҙер.