-10 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
3 Декабря 2020, 11:55

Яңы йылды байрам итеү тураһында ҡарар ҡабул ителде

Майҙансыҡтар 10 декабргә үк әҙер булырға тейеш

Башҡортостанда 2 декабрҙә коронавирус пандемияһы шарттарында Яңы 2021 йылды байрам итеү тураһында ҡарарҙар ҡабул ителде. Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡала-ауылдарҙа боҙ ҡаласыҡтары һанын арттырырға ҡушты. Был боҙ ҡаласыҡтары биләмәһендә халыҡтың күпләп йыйылыуына юл ҡуймай. Майҙансыҡтар 10 декабргә үк әҙер булырға тейеш.
Бынан тыш, балалар баҡсаларында яңы йыл иртәлектәре үткәрергә рөхсәт ителде, ләкин төркөмдәрҙә һәм ата-әсәһеҙ генә.
Ресторандарға килгәндә, улар Яңы йылда – тәүлек әйләнәһенә, яңы йыл каникулдары көндәрендә таңғы 6-нан төнгө 2-гә тиклем эшләргә мөмкин.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас в