-21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Декабрь 2020, 12:10

Рулгә иҫерек килеш ултырғас...

Балаларығыҙ тураһында булһа ла уйларға кәрәк бит...

Төндә Салауат ҡалаһында ҡурҡыныс автомобиль аварияһы теркәлә. Иҫерек водитель машинаһы менән тәүҙә юлдан сығып оса, аҙаҡ түңкәрелә.
Тәү ҡарамаҡҡа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бының кеүек хәлдәр йыш булып тора. Тик шуныһы, 33 йәшлек "Renault Fluence" водителе үҙе менән дүрт йәшлек кенә улын да алған булған. Һөҙөмтә - ҡурҡыныс, малай бик ауыр йәрәхәттәр алған, тәненең күп урыны һынған.
Юл полицияһы хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, ир эскән кешегә оҡшаған була, тик ул медицина тикшереүе үтеүҙән баш тарта.
- Нисек кенә булмаһын, уны ҙур яуаплылыҡ көтә. Ул хоҡуҡ та боҙған, балаға етди йәрәхәттәр ҙә килтергән, - тинеләр ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтендә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кисәге көндә тағы бер иҫерек атай менән йәрәхәтләнгән балаға ҡағылышлы авария теркәлгән. Өфө районында М5 трассаһында 45 йәшлек Иглин районы кешеһе "Kia Ceed" автомобилендә бер юлы өс машинаға - "Volkswagen Polo", "Toyota Camry" һәм "Лада Калина"ға барып бәрелә. Һөҙөмтәлә уның 12 йәшлек улы зыян күрә. Атай кеше шулай уҡ медицина тикшереүе үтеүҙән баш тартҡан...
Эскән кешегә автомобилгә идара итеүгә яҡын да килергә ярамай. Уның бәләгә сәбәпсе булыуы ихтимал. Быны һәр кем аңларға тейеш. Ә бына эсеп рулгә ултырыусыларҙың яндарына балаларын да алыуы бигерәк аптырата. Кешеләрҙе һәм үҙегеҙҙе йәлләмәһәгеҙ, балаларығыҙ тураһында булһа ла уйларға кәрәк бит...
Фото: ЮХХДИ.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас в