+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Декабрь 2020, 14:40

ЮХХДИ барлыҡ водителдәрҙе тикшереү хаҡында иҫкәртә

Водителдәрҙән юлда иғтибарлы булыуҙарын һорайҙар.

Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы бөтә водителдәрҙе тикшереү тураһында иҫкәртә. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, ошо йомала һәм ял көндәрендә республикала иҫкәртеү рейдтары ойошторола.
«Ул юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың тәртибен нығытыуға, юл транспорт-ваҡиғаларына юл ҡуймауға йүнәлтелгән», — тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһының ЮХХДИ.
Водителдәрҙән юлда иғтибарлы, шулай уҡ көслө транспорт ағымына әҙер булыуҙарын һорайҙар.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: