+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Декабрь 2020, 11:15

Мәктәп уҡыусыһына – 500 мең һум!

Ҡыҙ Нефтекама ҡалаһынан

4-5 декабрҙә Рәсәйҙә билдәләнгән Ирекмәндәр көнөндә онлайн тәртибендә #МЫВМЕСТЕ марафоны үтте. Уның барышында “Рәсәй ирекмәне” конкурсы еңеүселәрен бүләкләнеләр.
Был ғәмәл марафондың тәүге көнөндә атҡарылды. Конкурс “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһына инә.
Шуныһы тағы ла һөйөнөслө: еңеүселәр араһында Башҡортостандан үҫмер ҙә бар. 14-тән 17 йәшкә тиклемгеләр категорияһында “Музей ирекмәне” проекты менән Светлана Яҡупова еңеп сыҡты. Ҡыҙ Нефтекама ҡалаһынан. Уны был проектты булдырыуға урындағы ветерандар менән осрашыу һәм Ветерандар советында эшләү ҡанатландырған. “Музей ирекмәне” проекты балаларҙа, үҫмерҙәрҙә тарихи грамоталыҡ булдырыу, илһөйәрлекте үҫтереү һәм Бөйөк Ватан һуғышы хаҡындағы хәтерҙе һаҡлау өсөн интерактив музей киңлеге булдырыуҙан ғибәрәт.
Светлана идеяһын тормошҡа ашырыу өсөн конкурсты ойоштороусыларҙан 500 мең һумлыҡ награда аласаҡ.
Фото: "Башинформ".
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: